

Бөгөн Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә матур йола буйынса “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында матур бүләктәр уйнатылды. Әлеге көнгә баҫмабыҙға 550 кеше яҙылған. Асҡын районы буйынса — 43, Балтастан — 5, Мишкәнән — 10, Ҡариҙелдән — 13, Борайҙан — 14 һәм Бөрө районынан ике кеше квитанциялар күсермәһен ебәрҙе. Ошо гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында көнкүрештә кәрәкле һәм файҙалы 27 бүләк уйнатылды. Бүләктәрҙең бағыусыһы — “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Асҡын районынан бүләк отоусылар:
1.Исламова Э., Солтанбәк ауылы.
2.Хикмәтова Р., Солтанбәк ауылы.
3.Хәйруллина А., Асҡын ауылы.
5.Фәтхелисламова Р., Көнгәк ауылы.
Балтас районынан бүләк отоусылар:
Бөрө районынан бүләк отоусылар:
Ҡариҙел районынан бүләк отоусылар:
1.Солтанова Рәйсә, Ҡараяр.
3.Ғайнанова Илнара, Хәлил.
Мишкә районынан бүләк отоусылар:
Борай районынан бүләк отоусылар:
Бүләк отоусы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бәйләнеште өҙмәй, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Әйткәндәй, 25 июндә 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа почта аша яҙылыу тамамлана. Кемдәр әлегә тиклем яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ, “Йәнтөйәк” гәзитенә почта аша 521 һум 16 тингә яҙыла алаһығыҙ.
Илһөйәр Махатова.