

Иҫке Ҡаҙансы ауылы паркында үткән митингыға ололар ҙа, балалар ҙа йыйылды. Әлйәгеш ауылынан да килделәр. Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова сараны асып, халыҡ күңеленә мәңге уңалмаҫ яра һалған аяуһыҙ һуғыш тураһында һөйләне. Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Фәрит улы Динисламов, ветерандар советы рәйесе Дамир Миңнулла улы Шәисламов, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы етәксеһе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова, ауыл аҡһаҡалы Ансар Солтан улы Солтанов, ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән Вәсилә Әниф ҡыҙы Хәбибрахманова, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең әсәләре Мөзәйнә апай, Азалия апайҙар ҙа сығыш яһап, тыныс тормоштоң ниндәй юғалтыуҙар аша килеүен, йәштәргә уның ҡәҙерен белергә, берҙәм, татыу булырға кәрәклеген билдәләне.
Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалған, ҡайтҡас мәрхүм булған яугирҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.
Хәтер көнөнә арналған митингылар Башҡортостан һәм Урманкүл ауылдарында ла уҙҙы. Унда ла балаларға һуғыш тураһында һөйләп, мемориалға сәскәләр һалынды, аруахтар рухына доғалар уҡылды.
Кисен ауыл халҡы обелисктар эргәһенә “Хәтер шәмдәре” ҡабыҙырға йыйылды.
Илһөйәр Махатова.
Гөлфинә Исламова фотолары.