

Бөгөн иртән Асҡын, Ҡарткиҫәк, Ҡашҡа, Яубүләк ауылдарынан алты егет Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафына хәрби хеҙмәткә юлланды.
Егеттәргә Тыуған ил алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәүҙәрен, имен-һау ғына тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтыуҙарын, хәйерле юлдар теләп район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева мөрәжәғәт итте. Атай-әсәйҙәргә улдарынан яҡшы хәбәрҙәр генә килеүен теләне улар.
Армия ир-егет тормошонда мөһим осор ҙа, уның өсөн етди һынау ҙа булып тора. Хәрби хеҙмәтте лайыҡлы, намыҫлы үтәп, физик һәм рухи яҡтан нығынып, тыуған йортоғоҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Илһөйәр Махатова.