

Салауат Таһир улы етәкләгән хужалыҡ районда алдынғылар иҫәбендә, бында үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ та ныҡлы үҫешкән. Йылҡысылыҡ тармағына ла йөҙ бороп, уны ла уңышлы үҫтерә эшҡыуар. Яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса быйыл да Һабантуй байрағын күтәреү хоҡуғы уның хужалыҡ алдынғыларына бирелде.
Салауат Вәлиев тыуған ауылын, йәнтөйәген төҙөкләндереү, йәмләндереү буйынса ла изге эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел Иҫке Ҡаҙансы ауылында балалар баҡсаһы йортонда беседка асылды. Уны ата-әсәләр төҙөгән, ә төҙөлөш материалдары менән Салауат Таһир улы тәьмин иткән. Ул балалар байрамы ойоштороуға ла аҡсалата ярҙам күрһәткән. Ошо аҡсаларға ойоштороусылар кескәйҙәр өсөн бүләктәр һәм тәмлекәстәр һатып алған.
Кеше ниндәй генә вазифа биләмәһен, был донъяла эшләгән эштәре, ҡылған изгелектәре менән баһалана. Һәр саҡ башҡарған эше өсөн янып йөрөүсе, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Салауат Вәлиев оло хөрмәткә лайыҡ кешеләребеҙҙең береһе.
Илһөйәр Махатова.