Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Июнь 2023, 07:10

50 йыл үтеп тә киткән

Солтанай ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында күптән күрешмәгән класташтар ҙа осрашты. 

50 йыл үтеп тә киткән50 йыл үтеп тә киткән
50 йыл үтеп тә киткән

Солтанай ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына район үҙәгенән, республикабыҙҙың төрлө ҡала-райондарынан бик күп кеше ҡайтты. Был көндө күптән күрешмәгән класташтар ҙа осрашты. 

1973 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары ла йыйылып, мәктәп йылдарын иҫкә алды, хәтирәләрен яңыртты. “Солтанай мәктәбен тамамлауыбыҙға 50 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Класта ете малай һәм 10 ҡыҙ уҡыныҡ. Бик әүҙем, тырыш инек. Класс етәксебеҙ Йәмил Ғәлиулла улы Хәбибуллинды һәр ваҡыт оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һабаҡташтарыбыҙҙың да күбеһе мәрхүм”, — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Фәғилә  Нурулла ҡыҙы Фәтхуллина.

Илһөйәр Махатова.

50 йыл үтеп тә киткән
50 йыл үтеп тә киткән
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас