

Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаеваны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Наилә Зәйнулла ҡыҙының Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә эш башлауына 20 йылдан ашыу ваҡыт уҙып китте. Ошо йылдар эсендә ул тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп танытты үҙен, райондаштары араһында абруй, ихтирам ҡаҙанды. “Йәнтөйәк” гәзитенең беренсе һанын сығарыуҙан башлап, баҫманың тиражын арттырыуға, уның абруйын күтәреүгә, башҡорт телен үҫтереүгә, уны популярлаштырыуға ҙур көс һала. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла уны еренә еткереп башҡара, башҡаларҙан да шуны талап итә.
Наилә Зәйнулла ҡыҙы — халҡы, иле, теле өсөн янып эшләгән әүҙем йәмәғәтсе лә. Ул — Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, райондың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары. Һәләтле хеҙмәттәшебеҙ районда үткәрелгән барлыҡ сараларҙың да тиерлек уртаһында ҡайнай.
Наилә Зәйнулла ҡыҙы эшендә яуаплы хеҙмәткәр булһа, ғаиләһендә бар эшкә лә оҫта хужабикә, ире Вадим Фәйзелғаян улы өсөн ышаныслы тормош иптәше, улдары Салауат һәм Азамат өсөн хәстәрлекле әсәй, ҡәйнә-ҡайнатаһы өсөн ярҙамсыл, һиҙгер йөрәкле килен, ә яҡындары өсөн туған йәнле, ҡунаҡсыл апай һәм һеңле.
Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ! Күркәм ғүмер байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай бәхетле әсә, ҡатын-ҡыҙ, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Ихлас күңелдән сәләмәтлек, ғаилә бәхете, балалар ҡыуанысы, йән-тән тыныслығы теләйбеҙ!
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ:
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.