Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Июнь 2023, 12:45

Тирмә хужалары һоҡландырҙы

Һабантуйҙа татар тирмәһен ҡуйыуҙа Арбаш, Яубүләк һәм Көнгәк ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре күп көс һалды.  

Тирмә хужалары һоҡландырҙыТирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы

Мәҙәниәт һәм ауыл Советтары  хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм ағинәйҙәр һәр береһе үҙҙәренең биләмәһендә йәшәгән халыҡтың бай тарихын, мәҙәниәтен, рухи донъяһын сағылдырырға тырышты. Тирмә эсен сигеүле таҫтамалдар, шаршауҙар, балаҫтар менән биҙәгәндәр. Шунда уҡ биҙәкле һандыҡ та тора, элекке бишек тә эленгән. Тирмә тышында музейҙарҙа ҡына һаҡланған  боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары, эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре урын алған.

Район хакимиәте башлығы Динис Йосоповты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары  Искәндәр Әхмәтвәлиевты, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы  һәм байрамға килгән башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙы Упҡанкүл мәҙәниәт йортоноң Зөбәржәт Әминева етәкселегендәге “Аулаҡ өй” фольклор коллективы матур йыр, сәк-сәк, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды.  Шишмә-Үрәкәй ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Шәмғүнә Зыятдинова ҡунаҡтарҙы татар халҡының көнкүреше, кәсептәре менән таныштырҙы. Көнгәк ауыл биләмәһенән Рәшиҙә Шируанова туҡмас киҫеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Эргәлә генә Диләрә Ғабдрахманова менән Фәнил Суфиянов ҡаҙанда мал итенән тәмле аш бешерә ине.

Ә тирмә эсендәге өҫтәлдәр 50-гә яҡын милли ризыҡтан һығылып тора ине. Ҡунаҡтарҙы хужалар Шишмә-Үрәкәй ауылынан Рәмзиә Рамазанова әҙерләгән муйыл сәскәһе  ҡайнатмаһынан да, урман йыуаһы менән эремсектән бешерелгән бөйөрөктән дә, бәпембә балынан да ауыҙ иттерҙе.

Илһөйәр Махатова.

Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Тирмә хужалары һоҡландырҙы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас