Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Июнь 2023, 04:00

Күңелле остаздар клубы

Район уҡытыусылары уҡыу йылын КВН уйыны менән тамамланы

Күңелле остаздар клубыКүңелле остаздар клубы
Күңелле остаздар клубы

Күңелле остаздар клубы (КВН) уйыны Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланды. Унда дүрт — Ҡариҙел 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре уҡытыусыларынан, район үҙәгенең барлыҡ дүрт һәм Абыҙ балалар баҡсалары тәрбиәселәренән, Байҡыбаш урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы педагогтарынан торған йыйылма һәм Яңы Бәрҙәш урта мәктәбе уҡытыусылары командалары ҡатнашты.
Уларҙың һәр береһе үҙ исемен тәүге турҙа – визит карточкаһында аҡланы. Район Мәҙәниәт һарайы көйәрмәндәр менән тулы ине. Улар төрлө плакаттар, КВН уйындарында ҡулланыла торған атрибуттар алып килгәйне. Командалар сығышын мәртәбәле жюри баһаланы. Уның составында район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, район мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Нәжметдинова, мәғариф хеҙмәте ветераны Ғәлиә Ғәлимова, район Мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Фәдис Әхәтов, район хакимиәтенең йәштәр секторы мөдире Дарья Әҙиәтуллина булды.
Жюри рәйесе Рәмил Карам улы уйынсыларҙы сәләмләп, уларға тик уңыштар юлдаш булыуын теләне.
Балалар, ата-әсәләр менән эшләгән ваҡытта уҡытыу-тәрбиә процесында төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар ҙа тыуа. КВН-да дәрес һәм занятиеларҙа килеп тыуған көлкөлө хәлдәрҙе, проблемалы ваҡиғаларҙы һәр команда бик оҫта итеп күрһәтә алды. Хатта залда ултырған көйәрмән-педагогтарҙы уйланырға, борсолоп алырға ла мәжбүр итте.
— Бындай сара тәүге тапҡыр үткәрелә. Уҡыу йылы аҙағында шундай матур тамаша булды, командалар, ысынлап та, ныҡлы әҙерләнгәйне, — тине Зилә Камил ҡыҙы.
Командалар тағы бер нисә бәйгелә көс һынашты, зал гөжләп торҙо. Педагог һәм остаздарҙың төрлө ролдәргә инеп, зауыҡлы костюмдары, шаян һәм тапҡыр һүҙҙәре, йырҙары, бейеүҙәре, зирәк идеялары, ысынбарлыҡты шулай кинәйәле образдар аша бирә алыуҙары һәр саҡ һоҡландырҙы.
Уйын һөҙөмтәләре буйынса Яңы Бәрҙәш командаһы абсолют еңеүсе тип табылды. Афарин! Педагогтарыбыҙҙың шундай тапҡыр, зирәк, отҡор, өлгөр, талантлы, ижади ҡарашлы булыуы сараның асылын асырға ярҙам итте.

Гөлнара Солтанова.

Күңелле остаздар клубы
Күңелле остаздар клубы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас