Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2023, 18:00

Тирмәләр – һабантуй йәме

Ниндәй Һабантуй байрамы тирмәләрһеҙ үтһен инде?! Тап ошонда мәртәбәле ҡунаҡтарҙы  йыр-бейеү менән ҡаршы алып, милли аш-һыу менән һыйлайҙар, уларға йола байрамдарын күрһәтәләр, халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен иҫкә төшөрәләр.

Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме

Быйылғы һабантуйҙа ла йылдағыса  башҡорт һәм татар тирмәләре ҡоролғайны. Башҡорт тирмәһен ҡороуҙа —  Ҡашҡа һәм Солтанбәк ауыл биләмәләре, ә татар тирмәһен ҡуйыуҙа Арбаш, Яубүләк һәм Көнгәк ауыл биләмәләре күп көс һалды.  

Мәҙәниәт һәм ауыл Советы  хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм ағинәйҙәр һәр береһе үҙҙәренең биләмәһендә йәшәгән халыҡтың бай тарихын, мәҙәниәтен, рухи донъяһын сағылдырырға тырышты. Тирмә эсен дә, уның биләмәһен дә боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары, эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәгәндәр.

Тирмә хужалары район хакимиәте башлығы Динис Йосоповты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары  Искәндәр Әхмәтвәлиевты, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованы  һәм байрамға килгән башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, сәк-сәк, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды, урындағы халыҡтың көнкүреше менән таныштырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Тирмәләр – һабантуй йәме
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: