Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2023, 09:00

«Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү берләштерә»

Алмаз Абдуллин сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итеүе менән ғорурлана

«Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү берләштерә»
«Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү берләштерә»

Элек-электән Ватан алдындағы изге бурысын үтәгән ир-егеттәргә оло хөрмәт менән ҡарағандар. Ә сик һаҡсылары айырыуса абруйлы. 28 майҙа илебеҙҙең һәр мөйөшөндә сик һаҡсылары ғәскәрендә хеҙмәт иткәндәр һәм итеүселәр үҙҙәренең байрамын билдәләне. Яҙмам шул ғәскәрҙәрҙә ҡырҡ йылға яҡын элек хеҙмәт иткән, әлеге ваҡытта Иҫке Балтас ауылында ғүмер итеүсе Алмаз Абдуллин тураһында.

Армияла хеҙмәт итеү — һәр ир-егеттең изге бурысы, тип һанай Алмаз Рәфхәт улы. Унда йәш егет нығып, үҙенең ҡылған ғәмәлдәренә яуаплылыҡ тоторға, тотороҡлолоҡҡа, сыҙамлыҡҡа, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнеп ҡайта, ти ул. Геройыбыҙ үҙенең хәрби хеҙмәттә сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итеүе менән ғорурлана.
— Минең бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты — сик һаҡсылары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Күпме үҙемде хәтерләйем — нәҡ ошонда хеҙмәт итергә теләнем. Армия көндәре барыһыныҡы һымаҡ үтте. Сик һаҡсыһы булыу еңел түгел, әммә үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс, тиһәм дә була. Нәҡ бына ошонда мин алдағы тормошта кәрәк буласаҡ рухи һәм физик сынығыу алдым, — ти ул.
Илекәй ауылында тыуып, Иҫке Балтаста ғүмер кисергән Алмаз Абдуллин урта мәктәпте тамамлағас, Силәбе дәүләт физик культура институтына уҡырға инә. Артабан Тыва Республикаһының Ҡыҙыл ҡалаһында хеҙмәт итә.
— Ышаныс менән әйтә алам, сик һаҡсыларының уйҙары, ҡараштары, ниндәй ҙә булһа ваҡиғаға мөнәсәбәттәре төрлө булһа ла, уларҙы Тыуған илгә һөйөү, ышаныс, Ватан өсөн ғорурлыҡ хистәре берләштерә. Мин дәүләт сиктәрен һаҡлау буйынса хеҙмәттә үҙ өлөшөн индереүселәрҙе байрам менән ихлас ҡотлайым. Барыһына ла һаулыҡ, тыныс күк йөҙө һәм уңыштар теләйем, — ти Алмаз Рәфхәт улы.
Алмаз Абдуллин район тормошонан да ситтә ҡалмай. Ул бына инде 23 йыл дауамында райондың “Танып” хоккей командаһы етәксеһе. Волейболды ла үҙ итә. Өс тиҫтә йылға яҡын — “Йылмайыу”, ә хәҙер “Йәшлек” һәүәҫкәр командаһында уйнай һәм ярыштар үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
Шулай уҡ Чечен ерендә хәрби хеҙмәтен үтәгәндә батырҙарса һәләк булған райондашыбыҙ Роберт Хәйруллин иҫтәлегенә йыл һайын үткәрелгән футбол буйынса турнирҙы ойоштороуҙа һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙә лә ҙур өлөш индерә ул.
Сик һаҡсылары өсөн дуҫлыҡ, илһөйәрлек, берҙәмлек төшөнсәләре айырыуса ҡиммәтле. Райондың сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары барыһын да үҙ тирәһендә туплап, һәр береһен барлап, бар яҡлап ярҙам итеп йәшәй.
Байрам уңайынан Иҫке Балтаста сик һаҡсылары батырлығын мәңгеләштереүгә бағышлап төҙөлгән обелиск һәм сик буйы бағанаһын асыу тантанаһы үтте. Һәйкәл генә урынлаштырып ҡалманылар, ә йәш быуынға сик буйы ғәскәрҙәренең данлы традицияларын да иҫкә төшөрҙөләр. Хәҙер районда ошо байрам уңайынан йыйылыу, иҫкә алыу һәм сәскәләр һалыу өсөн урын барлыҡҡа килде.
— Сик һаҡсыһы — бик яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта абруйлы хеҙмәт. Сик буйында баҫып торған егеттәр ысын батырҙар. Улар — беҙҙең тыныслыҡты һаҡлаусылар. Шундай ҡыйыу һәм булдыҡлы егеттәр булғанда илебеҙ халҡы тыныс йәшәр, — ти Алмаз Рәфхәт улы.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

«Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү берләштерә»
«Беҙҙе Тыуған илгә һөйөү берләштерә»
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: