Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2023, 19:50

Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә

Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге, башҡорттар өсөн өйгә кеше килеүе үҙе үк байрам булып тороуы башҡорт тирмәһендә асыҡ сағылды.

Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә

Һабантуйҙа йылдағыса  башҡорт тирмәһен ҡороуҙа Ҡашҡа һәм Солтанбәк ауыл биләмәләре күп көс һалды. Мәҙәниәт һәм ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ағинәйҙәр ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең биләмәһендә йәшәгән Балыҡсы ырыуының бай тарихы, мәҙәниәте, рухи донъяһы менән таныштырҙы. Тирмә эсен дә, уның биләмәһен дә боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары, эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәгәндәр. Ҡунаҡтар шулай уҡ тирмә тышына ҡуйылған  Солтанбәк ауылы шәжәрәһенә лә, “Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнашыусы Ҡашҡа ауылы баннерына ла етди иғтибар бирҙе.

Ә тирмә эсендәге өҫтәлдәр башҡорт милли ризыҡтарынан һығылып тора ине. Бәлештәрҙең төрлөһө, мейес ҡоймағы, Сарс балығы, һөт ризыҡтары, төрлө ҡайнатмалар, бал, май айраны — нимә генә юҡ ине! Бөтәһе 50-гә яҡын ризыҡты аш-һыуға оҫта гүзәл заттар әҙерләп алып килгәйне.

Абруйлы ҡунаҡтарҙы тирмә менән ағинәй Әнүзә апай Ғилфанова таныштырҙы. Ҡунаҡтар Эльза Әфтәхова менән Гөлнара Фәйзуллина әҙерләгән шифалы сәйҙән дә, Алия Ҡорбанова шунда уҡ бешергән тәмле маяштан да ауыҙ итте.

Илһөйәр Махатова.

Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы — башҡорт тирмәһендә
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: