Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2023, 10:00

Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Асҡын 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльза Нафиҡова республика конкурсында еңеү яуланы

Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Асҡын 2-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Эльза Нафиҡова “Иң яҡшы һанлы дәрес” республика конкурсында ҡатнашып, “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында белем биреү эшмәкәрлеге” номинацияһында икенсе урын яуланы.  

Эльза Фәнит ҡыҙы Асҡын 2-се балалар баҡсаһында 19 йыл эшләй, шуның һигеҙ йылын өлкән тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Һәләтле, үҙ эшен ихлас яратҡан тәрбиәсе район һәм республика конкурстарында, районда үткән  мәҙәни һәм спорт сараларында даими ҡатнаша.

Эльза Фәнит ҡыҙын ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә балаларға тәрбиә биреү эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һәләтле тәрбиәсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: