Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Май 2023, 16:30

Асҡындар махсус курстарҙа

тел нескәлектәрен нығыта

Асҡындар махсус курстарҙаАсҡындар махсус курстарҙа
Асҡындар махсус курстарҙа

Башҡорт ауыл хужалығы етештереү колледжы базаһында  асҡындар өсөн башҡорт теленән курстар башланды.

 Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу курстары “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Дәрестәрҙе республиканың Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов үткәрә. Биш көн дауамында районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылары, уҡытыусылары башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшеү һәм яҙыу буйынса белемдәрен нығытасаҡ.  

  • Әхәт Ғәлим улының дәрестәре ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле үтә, беҙгә бик оҡшай. Теория менән практиканы бергә алып бара, таратма материалдар ҡулланып, күнекмәләр аша белемдәрҙе нығытып барабыҙ, — ти махсус курс үтеүселәр.

Курс материалдарын үҙләштереп бөткәс, тыңлаусыларға сертификат тапшырыласаҡ.

Асҡындар махсус курстарҙа
Асҡындар махсус курстарҙа
Асҡындар махсус курстарҙа
Асҡындар махсус курстарҙа
Асҡындар махсус курстарҙа
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас