

Глүсә һәм Дим Ғәлиевтар Асҡын ауылында йәшәй. Тырыш ғаилә 2015 йылда Баҙансат ауылынан Асҡынға күсенеп килеп, яңы өй һалып сыға. Тормош юлынан парлап, бер-береһенә терәк һәм таяныс булып атлауҙарына 24 йыл тула.
Ғәлиевтар район үҙәгендә үҙҙәрен ижади, рухлы ғаилә булараҡ танытты. Глүсә Хисаметдин ҡыҙы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Юғары категориялы тәрбиәсенең педагогик стажы — 27 йыл. “Тәрбиәсе һөнәре — ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш-килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй”, — ти ул. Йыр-бейеүгә, ҡәләм тибрәтергә оҫта Глүсә Хисаметдин ҡыҙы балалар баҡсаһында төрлө саралар, рухлы байрамдар үткәреп, халыҡ ижады аша кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереүгә, уларҙы төрлө яҡтан үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала. Һәләтле тәрбиәсе һөнәри бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Быйыл туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе педагог үҙен республика кимәлендә лә лайыҡлы танытты! “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсы сиктәрендә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсында Глүсә Хисаметдин ҡыҙы үҙен заман менән бергә атлаусы, төплө белемле, бай тәжрибәле тәрбиәсе итеп күрһәтеп, бәйгенең бөтә һынауҙарын лайыҡлы үтеп, лауреат исеменә лайыҡ булды.
Ғаилә башлығы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында пар ҡаҙандары операторы булып эшләй. Дим Зиннәтулла улының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ағас эше, төҙөлөш оҫтаһы булараҡ беләләр уны Асҡында.
Ике балаға ғүмер һәм күркәм тәрбиә бирә Глүсә һәм Дим Ғәлиевтар. Оло улдары Диннур Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжын тамамлап, ир кешегә кәрәкле һөнәрҙәргә эйә була. Хәрби хеҙмәткә алынғансы Асҡын линия-техник цехында электромонтер булып эшләй. Армиянан һуң тырыш егет эшен шунда дауам итә.
Ҡыҙҙары Диана быйыл Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6А класын тамамлай. Рухлы, ижади ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙ белем усағында, районда үткәрелгән шиғри бәйгеләрҙә, шәжәрә төҙөү буйынса конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ йыр-бейеүгә лә бик оҫта ул.
Ғәлиевтар район үҙәгендә йыр-моң һөйөүсе, шәжәрәләрен өйрәнеүсе ғаилә булараҡ та билдәле. Улар ғаилә байрамдарын, никах туйҙарын үткәрә, спорт ярыштарында ҡатнаша. Рухлы ғаилә ике яҡтан да туғанлыҡ ептәрен барлап, шәжәрәләрен өйрәнә.
— Беҙҙең девиз — туғандар менән дуҫ-татыу йәшәү, бер-береңә, яҡындарыңа хөрмәт күрһәтеү. Балаларыбыҙ, яратҡан эшебеҙ, күп һанлы туғандарыбыҙ булыуы — беҙҙең өсөн ҙур бәхет, йәшәү ҡыуанысы, — ти Глүсә һәм Дим Ғәлиевтар.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар ғаилә архивынан.