Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Май 2023, 07:50

Еңеү менән ҡайттылар!

Балтас командаһы V Евразия көрәш сәнғәте уйындары сиктәрендә үткән тайланд боксы буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогында еңеү яуланы.

Еңеү менән ҡайттылар!Еңеү менән ҡайттылар!
Еңеү менән ҡайттылар!

Күптән түгел Өфө ҡалаһында V Евразия көрәш сәнғәте уйындары сиктәрендә тайланд боксы буйынса Башҡортостан Республикаһы Кубогы уҙҙы.

Балтас районынан ярыштарҙа “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Үҙ ауырлыҡ категорияларында Рәсүл Сәлимов, Нурлан Фәтхуллин — 1-се, Тимур Низамов, Илнур Рәхимйәнов, Данир Хәсәнов — 2-се, Сабрина Ғлимйәнова, Айдар Ғәлимов һәм Данил Әҡбәров 3-сө урын яуланы.

Тренер Линар Баталовты һәм өмөтлө йәш спортсыларыбыҙҙы уртаҡ тырышлыҡтары һөҙөмтәһендә яҡшы күрһәткестәргә ирешеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Еңеү менән ҡайттылар!
Еңеү менән ҡайттылар!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас