Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Май 2023, 17:55

Лайыҡлы бүләк

Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда үткән  һәләтле балаларҙың 1-се муниципаль слетында район хакимиәте башлығы Динис Йосопов биш уҡыусыға “Асҡын районы ғорурлығы” стипендияһын тапшырҙы.

Лайыҡлы бүләкЛайыҡлы бүләк
Лайыҡлы бүләк

Ришат Марат улы Дихин исемендәге “Асҡын районы ғорурлығы” стипендияһы һәләтле уҡыусыларға айырым уңыштары өсөн  өсөнсө йыл тапшырыла.

“Гуманитар йүнәлештәге юғары уңыштары өсөн” номинацияһында — Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Диана Әхмәрова, “Спорт ҡаҙаныштары өсөн” номинацияһында — Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Иҙрис Шәрәфисламов, “Тәбиғи-техник йүнәлештәге юғары уңыштары өсөн” номинацияһында Асҡын 1-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Лилияна Мәғрүфова, “Ижади йүнәлештәге юғары уңыштары өсөн” номинацияһында  — Асҡын 2-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ксения Зубова һәм “Илһөйәрлек һәм тыуған яҡҡа һөйөү” номинацияһында Солтанбәк урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динислам Суфиянов бүләкләнде.

Һәләтле балаларҙы лайыҡлы бүләктәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Ришат Дихин исемендәге стипендия конкурс нигеҙендә биш номинация буйынса билдәләнә. Һәр номинацияла берәр еңеүсе һайлап алына. Стипендия биш мең һум күләмендә бирелә һәм уға 12 йәштән алып 18 йәшкә тиклем уҡыусылар дәғүә итә ала.

Илһөйәр Махатова.

Лайыҡлы бүләк
Лайыҡлы бүләк
Лайыҡлы бүләк
Лайыҡлы бүләк
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас