

Уҡыуҙа, спортта, ижадта юғары уңыштарға ирешкән уҡыусылар өсөн хәҙер был сара йыл да үткәреләсәк.
Слет балаларҙы белем алыуға, спортта һәм ижади эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә йәлеп итеү, мәғариф учреждениеларында белем һәм тәрбиә биреү нәтижәләренә йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу, белем алыуҙың абруйын күтәреү, һәләтле уҡыусыларҙы, уларҙың ижадын һәм талантын яҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында ойошторолдо. Унда уҡыу алдынғылары, район, республика, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында, спорт ярыштарында, башҡа сараларҙа еңеү яулаған малай һәм ҡыҙҙар, уларҙың етәкселәре ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов асып, барыһын да сәләмләне һәм тәбрикләне, районыбыҙ киләсәге булған балаларға артабан да тырышып уҡырға, ауырлыҡтарҙан ҡурыҡмаҫҡа, яңынан-яңы уңыштарға ирешергә саҡырҙы.
Башта “Лидерҙар”номинацияһында экология, география буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер булған, шулай уҡ башҡорт һәм туған телдәр буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк-ара һәм федераль этабында еңеү яулаған балалар һәм уларҙың уҡытыусылары бүләкләнде.
Шулай уҡ “Тикшеренеүсе”, “Овация”, “Спорт өмөттәре”, “Йәш шағирҙар”, “Шаяндар һәм отҡорҙар”,”Йәш уйлап табыусылар”, “Йыл йөҙө” номинацияларында төркөм-төркөм уҡыусылар тәбрикләнде.
Һәр сарала тиерлек әүҙем ҡатнашҡан районыбыҙҙың һәләтле “Йәш армиясы”ларына Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик хәрәкәтенең Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлегенән Рәхмәт хаттары һәм 3-сө дәрәжә “Йәш армиясылар ҡаһарманлығы” миҙалы тапшырылды.
Һәләтле уҡыусылар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бағыусылар ярҙамы менән алдағы көндәрҙә бүләк йөҙөнән улар өсөн Бөрө һәм Өфө ҡалаларына экскурсия ойоштороласаҡ.
Сара Ләйсән Мөғтәбәрова етәкселегендәге “Мельница” Балалар ижады үҙәгенең йыр-бейеүгә һәләтле тәрбиәләнеүселәренең дәртле бейеүҙәре һәм матур йырҙары менән үрелеп барҙы.