Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Апрель 2023, 05:05

Яугир менән осрашыу

Балтас районы Маты ауылы клубында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы яугир менән осрашыу үтте

Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Илмир Карамов, һанаулы ғына көндәргә ялға ҡайтһа ла, ауылдаштары менән осрашыуға килергә ваҡыт тапты. Илһөйәрлек менән һуғарылған сара барышында яугир хәрби хеҙмәт, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне. Барыһы ла аныҡ миҫалда ысын геройҙарҙың йәнәшәлә йәшәүен күрҙе. Осрашыу ауылдаштары тарафынан башҡарылған музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы һәм мул табын артында йылы әңгәмә менән тамамланды.

Барыһы ла яугирға ысын күңелдән изге теләктәр теләне. Ауылдаштарының йөрәк йылыһын хәтерләтеп торһон өсөн кәрәк-яраҡтарҙан торған ярҙам тапшырҙылар.

  • Иң ҡәҙерлеһе — тыуған яҡтан килгән посылкалар. Тыуған ауыл, тыуған ер йылыһы һуғышсан рухты һаҡлай, алға барырға ярҙам итә. Ебәрелгән әйберҙәрҙең барыһы ла килеп етә. Социаль селтәрҙә ауылдаштарымдың маскировкалау селтәре үрә башлауын белгәс, ғорурландым. Һеҙҙең ярҙамды, беҙгә ныҡлы терәк булыуығыҙҙы тоябыҙ. Шулай бергә һәм берҙәм булғанда еңеү беҙҙең яҡта булыр, — тине Илмир Карамов.

Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм тыуған яғына ҡарата мөхәббәт — былар барыһы ла ҡыйыу йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Улар беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙҙең маҡсат — яугирҙарыбыҙға ныҡлы терәк һәм ышаныслы ярҙамсы булыу.

Фирғәт Нәбиуллин.

Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас