Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
22 Апрель 2023, 10:20

Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!

Ураҙа ғәйете уңайынан районыбыҙ мәсеттәрендә байрам намаҙҙары уҡылды, вәғәздәр әйтелде. Ҡашҡа ауылы халҡы ла иң оло мосолман байрамдарының береһен лайыҡлы ҡаршыланы.

Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!

Ҡот, йылылыҡ бөркөлөп торған иман йортона берҙәм, һәр матур, изге башланғысты бергәләп күтәреп, тормошҡа ашырған Ҡашҡа ауылы халҡы Ураҙа ғәйете мәжлесе үткәрергә йыйылды. Ауыл биләмәһе башлығы Ринат  Ғәләүетдинов барыһын да изге байрам менән ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе. “Ауылда айыҡ тормош, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙа, халыҡҡа дини һәм рухи тәрбиә  биреүҙә мәсеттең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү ҙә ҙур ойошҡанлыҡ менән алып барыла”, — тип билдәләне ул.  

Артабан күмәкләп ғәйет намаҙы, Ҡөрьәндән аяттар уҡылды. Байрам һый-хөрмәтле табын артында дауам итте. Һәр эште бергәләп башҡарырға өйрәнгән  ауылдаштар табын әҙерләүҙә лә берҙәмлек күрһәтте. Мәсеткә йөрөгән һәр гүзәл зат ниндәй ҙә булһа ризыҡ алып килгәйне. Табында Резеда Хәйрисламова әҙерләп алып килгән тәмле аштан да, оло апайҙар бешергән тәмле бәлештәрҙән дә ауыҙ иттеләр.

Ә кистән ҡашҡалар шундай уҡ берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ менән ифтар ҙа үткәргәйне.

Ысынлап та, бик матур итеп үткәрҙе Ҡашҡа ауылы халҡы Рамаҙан айын. Сиратлап ифтар аштары ойошторҙолар, төрлө сауаплы ғәмәлдәр башҡарҙылар. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең тотҡан ураҙалары, уҡыған барлыҡ доғалары ҡабул булһын! Киләһе Рамаҙан айҙарына ла иҫәнлектә-һаулыҡта, тыныс һәм имен донъяларҙа аяҡ баҫырға яҙһын!

 Илһөйәр Махатова.

Эльза Әфтәхова фотолары.

Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Изге байрамда әйтелгән барлыҡ теләктәр ҡабул булһын!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас