

Балтас районының “Балҡыш” театры һәүәҫкәр театрҙарҙың “Ике битлек” V Бөтә Рәсәй фестиваленең 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.
Айдар Сираев етәкселегендәге “Балҡыш” халыҡ театры фестивалдә “Король Лир” трагедияһын сәхнәгә ҡуйҙы.
Һөҙөмтәлә “Ике битлек” Бөтә Рәсәй фестиваленең 1-се дәрәжә лауреат дипломы “Балҡыш”тарҙа. Шулай уҡ иң яҡшы режиссура, музыкаль яҡтан иң яҡшы биҙәлеш, иң яҡшы сценография өсөн дипломдар менән бүләкләнделәр. Айдар Сираев король Лир ролен уңышлы башҡарғаны өсөн махсус призға лайыҡ булды.
“Балҡыш” театрын сираттағы уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.