

Өфө Фән һәм технологиялар университетында уҡыусыларҙың тыуған яҡты өйрәнеү буйынса Бөтә Рәсәй “Ватан” конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә Башҡортостандың алты ҡала һәм 29 районынан 124 уҡыусы ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, республика этабы финалсылары араһында Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең 9-сы А класы уҡыусыһы Регина Закирова (етәксеһе Г.Д. Фазлыева) ла бар.
Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәрен юғары уҡыу йортоноң тәжрибәле уҡытыусылары баһаланы. Регина үҙенең проект-тикшеренеү эшен лайыҡлы яҡлап, “Ватан-2023” конкурсының республика этабында “Мәҙәни мираҫ” номинацияһында призер булды.
Бәйге барышында Регина үҙенең “Башҡортостан Республикаһының Балтас районы тарихы һәм мәҙәниәте көҙгөһө булараҡ, рәссам Мэлс Ғәҙел улы Вафиндың ижади мираҫы” исемле хеҙмәте миҫалында рәссамдарҙың ижады илдең, төбәктең һәм кесе Ватандың мәҙәни мираҫында айырым урын алып тороуын иҫбатланы.
Регина үҙенең етәксеһе менән Рәсәй һәм республиканың сәнғәт белгестәренең монографияларына һәм М. Вафин ижадын тикшереүселәрҙең мәҡәләләренә һылтанма менән рәссам эштәренең идея-тематик йөкмәткеһен анализлаған.
Фирғәт Нәбиуллин.