+30 °С
Болотло


Уҙған ялда Балтас районы Маты ауылы мәсетендә өмә уҙҙы. Ауыл халҡы барлыҡ эшен ташлап, Аллаһ йортон йыйыштырырға килде.
Өмәгә йыйылған ауылдаштар мәсет бинаһын һәм уның тирәһендәге территорияны йыйыштырҙы, мәсет эсен дә йыуҙы.
Бергәләп эшләүҙән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Бындай өмәләр ауылда йыл да үткәрелеп тора.
Бигерәк тә ураҙа айында игелекле эштәрҙе күберәк башҡарып ҡалайыҡ.
Фирғәт Нәбиуллин.