Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Апрель 2023, 09:20

“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте

Ошо изге айҙа уҡылған доғалар, тотҡан ураҙалар ҡабул булып, ил-көндәребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, барсабыҙға ла иҫән-имен  йәшәргә яҙһын, тигән теләктә таралышты мәсеткә килеүселәр.

“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте

Динебеҙҙә ауыҙ астырыу йәки ифтар ҡылдырыу изге ғәмәлдәрҙән һанала. Хәҙистәрҙә түбәндәгеләрҙе эшләргә ҡушыла: «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер».
     «Әгәр ҙә кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр рамаҙан айы буйынса был кешене данлар, ә Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр».

Ошоларҙы иҫтә тотоп, Солтанай ауылы ағинәйҙәре һәм ауылда үткәрелгән һәр сарала, һәр эштә әүҙем ҡатнашыусы гүзәл заттар “Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы ойошторҙо.

Күркәм сараға Асҡындан район мөслимәләр берлеге ағзаһы Мәсүфә Мәхмүтова тормош иптәше менән, Данис хәҙрәт Кәлимуллин да килгәйне.

Аҙан әйтелеп, ауыҙ асҡас, аҡшам намаҙын уҡынылар. Намаҙҙан һуң ризыҡланыу бай табын артында дауам итте.

Данис хәҙрәт һәм Венер хәҙрәт вәғәздәр һөйләне, ифтар ашында ҡатнашыусы балаларға Пәйғәмбәребеҙ, Ҡөрьән-Кәрим, ислам дине, рамаҙан айы тураһында күп мәғлүмәт бирҙе.

Ифтар ашына йыйылыусыларҙың барыһы ла ил-көнгә тыныслыҡ, имен тормош, хәйерле көндәр теләп, изге урында ошо сауаплы ғәмәлде ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен еткереп таралышты.

...Йәлил хәҙрәт Фазлыевтың «Йөҙ ҙә бер вәғәҙ»ендә ифтар ашы үткәреү тураһында бына нимәләр яҙылған: «Был айҙа Аллаһтың кешеләргә тағы бер рәхмәте бар: кем дә кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойошторһа, ураҙа тотҡан кешеләрҙең сауабы ул кешегә лә яҙылыр, ти. Кемдең малы, ваҡыты бар икән, шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында иң күркәм, иң сауаплы булған ошо табынды ла әҙерләргә кәрәк. Өс кешене генә саҡырып булһа ла ауыҙ асыу табыны үткәреү зарури. Бында Ҡөрьән уҡыла. Аллаһтың фарызын үтәүсе кешеләр йыйыла. Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ошо табындың сауабы бик ҙур. Башҡа ваҡытта Ҡөрьән уҡытып, беҙ бының хәтле сауап ала алмайбыҙ, сөнки 20-30-40 кеше йыйырға мөмкинбеҙ, тик улар араһында бер-ике генә намаҙ уҡыусы кеше булырға мөмкин. Рамаҙан айында иһә табынға ураҙа тотҡан кешеләр саҡырыла. Ураҙа тотҡан кешенең үҙенең сауабы ла кәмемәй, хужаның иһә, нисә кешене саҡырһа, шул тиклем кеше ураҙаһының сауабы ғаилә кешеләренә яҙыла».

“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
“Сажидинур” мәсетендә ифтар ашы үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас