Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Апрель 2023, 12:00

Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!

Асҡын ауылының "Күк сәскә" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре  Алмаз Нартдинов һәм Рината Хамматова Рушания Шәрәфетдинова етәкселегендә бөгөн Өфөлә сығыш яһап, призлы урын яуланы!

Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә «Апрель-2023» республика балалар вокал сәнғәте конкурсы үтте. Ул Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды.  Һайлап алыу турын үтеп, Асҡын ауылының "Күк сәскә" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре — Алмаз Нартдинов һәм Рината Хамматова дуэты (етәкселәре  Рушания Шәрәфетдинова) йомғаҡлау турында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Әйткәндәй, беренсе тур онлайн үтә. 300 ҡатнашыусынан 120 баланы һайлап алалар.

Йомғаҡлау турында сығыш яһап,  Алмаз һәм Рината 6-9 йәшлектәр араһында "Эстрада вокалы" номинацияһында 3-сө дәрәжә лауреат булды. Һәләтле балаларҙы һәм уларҙың етәкселәре Рушания Әүхәт ҡыҙын ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!

Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Алмаз һәм Ринатаны ҡотлайбыҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас