

Тәрбиәселәр Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Ғәлиева һәм Хәфизә Идгард ҡыҙы Ғимранова “Бал ҡорттары” һәм “Йылмайыу” төркөмдәре балалары өсөн бай мәғлүмәтле дәрес үткәрҙе. Балалар беренсе космонавт Юрий Гагариндың тауышын тыңланы, уның тураһында күп мәғлүмәт алды. Улар ҡулдан эшләнгән кораблгә “ултырып” йыһанға ла осто. Ҡыҙҙар һәм малайҙар импровизацияланған күктән йондоҙҙарҙы ла күҙәтте. Шулай, йыһандағы планеталар тураһында ла белделәр.
Тәрбиәселәр балаларға космонавт булырға теләгән кешенең ныҡлы физик әҙерлекле булыуы тураһында ла һөйләне. Улар үҙҙәренең етеҙлеген төрлө спорт уйындарында тикшереп ҡараны.
Шуныһы ла балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды: Глүсә Хисаметдин ҡыҙы уларға Урмияҙ ауылынан Нурулла ағай Әхмәтовтың космонавт Юрий Гагарин менән таныш булыуы тураһында һөйләне. Нурулла Кашаф улы (инде ҡыҙғанысҡа ҡаршы мәрхүм) “Йылмайыу” төркөмөнә йөрөгән ҡыҙыҡай — Нурия Әхмәтованың ҡарт олатаһы булып сыға. Ул Йондоҙ ҡаласығы — Байконурҙа хәрби бурысын үтәгәндә Юрий Гагаринды һәм башҡа космонавтарҙы күреү һәм улар менән аралашыу бәхетенә ирешә. Нурулла ағай ракета ғәскәрҙәрендә монтажсы-электрик булып хеҙмәт итә. Улар туранан-тура космонавтарҙы хеҙмәтләндергән була.
“Юрий Гагарин бик алсаҡ, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булыуы менән беҙҙең күңелдәрҙе арбаны. Һалдаттар менән үҙен ябай тотто, ихлас аралашты. Буш ваҡыты булғанда футбол уйнарға ярата ине”, — тип һөйләп ҡалдырған ейәндәренә Нурулла олатай.
Бына шулай дәрестә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр белде “Ҡояшҡай” тәрбиәләнеүселәре Космонавтар көнөндә.
Илһөйәр Махатова.
Глүсә Ғәлиева фотолары.