Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Апреля 2023, 16:30

Сауаплы ғәмәл

Изге Рамаҙан айы бара һәм районыбыҙ мәсеттәрендә, мосолман ҡәрҙәштәр өйҙәрендә ифтар аштары уҙғара. Был — бик күркәм һәм сауаплы ғәмәл. Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Рәфидә һәм Рәфит Кәлимуллиндар ҙа ауылдаштарын мул табын артына йыйҙы.

Сауаплы ғәмәлСауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл

“Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсында ҡатнашыусы ҡашҡалар ҙа изге айҙа Хоҙай ризалығы өсөн ифтар мәжлестәре уҙғара. Өлгөлө дини ғаиләләрҙең береһе — Рәфидә менән Рәфит Кәлимуллиндар ҙа ураҙа тотоусы ауылдаштарын өйҙәренә саҡырып, бик матур мәжлес ойошторҙо. Мул табын артына мәсеткә йөрөгән  30-лап кеше йыйылды. Улар  ил-көнгә тыныслыҡ, ауыл кешеләренә имен тормош, хәйерле көндәр теләп аяттар уҡыны, доғалар ҡылды.

“Киләсәктә лә ауылыбыҙҙа шулай изге байрамдарҙа, шатлыҡлы ваҡиғаларҙа ғына осрашырға, имен тормошта йәшәргә яҙһын”, тип ҡунаҡсыл хужаларға рәхмәттәр әйтеп таралышты ҡунаҡтар ифтар ашынан.

Рәфидә апай менән Рәфит ағай Кәлимуллиндарҙың Хоҙай ризалығы өсөн үткәргән ифтарҙары ҡабул булһын, изгелектәре үҙҙәренә сауап булып ҡайтһын!

Сауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл
Сауаплы ғәмәл
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас