

Сарала райондың төрлө мәктәптәренән шағир, татар әҙәбиәте классигы, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист Ғ. Туҡай ижадын яратып өйрәнеүсе 40-тан артыҡ уҡыусы ҡатнашты һәм “Туҡай һүҙе татар телендә”, “Туҡай һүҙе төрлө телдәрҙә”, “Коллективтар сығышы” һәм “Ғәмле донъя” номинацияларында оҫталыҡтарын күрһәтте.
Бында шиғырҙар, әҫәрҙәрҙән өҙөктәр татар, башҡорт, мари, удмурт һәм инглиз телдәрендә яңғыраны. Еңеүселәр һәм призерҙар район мәғариф бүлеге грамоталары менән бүләкләнде. Улар әлеге конкурстың республика этабында район данын яҡлаясаҡ. Йәш нәфис һүҙ оҫталарына уңыштар теләйбеҙ!
Фирғәт Нәбиуллин.