Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Март 2023, 15:10

Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте

Бөгөн “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү буйынса асыҡ беренселек үтте. Унда Асҡын, Балтас райондарынан, Чернушка калаһынан 44 йәш спортсы үҙенең оҫталығын һәм етеҙлеген күрһәтте.

Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үттеАсҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте

Асҡын районы данын тренер Рәмил Насретдинов етәкселегендәге “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре — Гүзәл һәм Айдар Махатовтар, Данил Садиҡов, Артур Тимерғәлиев, Камил Зыятдинов, Самир Закиров, Адель Сәмиғуллина, Рузалина Сәйетова, Азамат Ғәлиев, Арыслан Исхаҡов, Иллария Нурмөхәмәтова, Ильяр Зараев, Азалия Имаметдинова, Дарья Баранова, Эмилия Вәлинурова яҡланы.

Чернушка ҡалаһынан килгән йөҙөүселәрҙең бик көслө булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙекеләр ҙә һынатманы. Үҙ йәш категорияларында Ильяр Зараев — 1-се, Гүзәл һәм Айдар Махатовтар, Иллария Нурмөхәмәтова 2-се урындарға лайыҡ булды. Эстафетала Асҡын командаһы 2-се урынға сыҡты.

Йәш спортсыларыбыҙға киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!

Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Асҡында йөҙөү буйынса ярыш үтте
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас