+13 °С
Болотло
Конференцияның икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар “Тыуған яҡ тарихы”, “Тыуған яҡ мәҙәниәте”, “Тыуған яҡ тәбиғәте. Топонимика” һәм “Йәнтөйәген данлаусы бөйөк кешеләр” секцияларына бүленеп эшләне.
Ҡашҡа мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары — Элина Сәмиғуллина — “Тыуған яҡ тарихы”, ә Элина Фазлетдинова “Йәнтөйәген данлаусы бөйөк кешеләр” секцияларында сығыш яһаны.
Элина Сәмиғуллина (етәксеһе Данис Фазлетдинов) “Ауылым кешеләре яҙмышы” темаһына тикшеренеү эше башҡарһа, Элина Фазлетдинова (етәкселәре Данис Фазлетдинов, Наил Хәйруллин) “Ғаиләм ағзаларының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы” темаһына ижади эш әҙерләгәйне.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры Фәйрүзә Юнысова ла жюри составында эшләй.