Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2023, 12:30

Асҡын ере яугир егет менән хушлашты

Бөгөн Асҡын ауылында Украинала барған махсус хәрби операция мәлендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Илшат Фәнғәт улы Сәмиевты һуңғы юлға оҙаттылар.

Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты

 

Илшатҡа 46 йәш ине.  Ул  2023 йылдың 8 февралендә   үҙ теләге менән  махсус  хәрби операцияға  алына. Тыуған еренең ысын патриоты булған райондашыбыҙҙың ғүмере 10 мартта хәрби бурысын үтәгәндә өҙөлә.

Илшат Фәнғәт улы тормош иптәше Мәдинә Шәүди  ҡыҙы менән Ильяс, Азамат, Самира исемле балалар үҫтерә. Ильяс улдары  бөгөн Өфө  яғыулыҡ-энергетика колледжында 2-се курста белем ала.   Азаматҡа – 5 йәш, ә Самираға  июндә 4 йәш кенә тула. 

Илшаттың атаһы  Фәнғәт Сәмиғулла улы Сәмиев 2020 йылда вафат булған. 

Әсәһе Рузалия Фидай ҡыҙы Сәмиева бөгөн Асҡын ауылында йәшәй, уға 72 йәш.


Һалдатты ерләү сараһынҠариҙел һәм Асҡын райондары хәрби комиссары Александр Викторович Аксенов алып барҙы.

Мәтәм митингыһында  район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, күренекле  яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис  Суфиян улы Ғаязов, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәни улы Ғәлин, Илшат Фәнғәт улының  класташтары  Илнур Ғәйбәтов менән Рәфис Әхмәтов, Илшат Фәнғәт улының ике туған ҡустыһы  Фәрит Мостафин  сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла сығышында Илшат Сәмиевтың илһөйәр, ҡыйыу, изге күңелле, һәр кемгә ярҙамсыл ир-егет булыуын билдәләне һәм  мәрхүмдең яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.  

- Хөрмәтле асҡындар,  бөгөн беҙ ҙур юғалтыу кисерҙек. Украинала барған махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батыр райондашыбыҙҙы юғалттыҡ. Яҡташыбыҙҙың яҡындарын ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ. Илшаттың әсәһенең, ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, - тине  район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы һәм батыр һалдаттың исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыласағы хаҡында әйтте.
- Хөрмәтле Рузалия Фидай ҡыҙы, Мәдинә Шәүди ҡыҙы, асҡындар! Бөгөн  беҙ Асҡындың  лайыҡлы улы, ҡыйыу яугир, илебеҙҙең ысын һаҡсыһы Илшат Фәнғәт улын һуңғы юлға оҙатабыҙ.  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм шәхсән үҙемдән туғандарының, яҡындарының һәм район халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Рузалия Фидай ҡыҙы, улығыҙҙы ысын илһөйәр, Ватанды һаҡлаусы итеп тәрбиәләгәнегеҙ  өсөн һеҙҙең алда баш эйәм, рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең йөрәк әрнеүегеҙҙе, әлбиттә, бер ниндәй ҙә һүҙ йыуата алмай. Беҙ һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Тыныс йоҡла, баһадир һалдат, - тине Әлфис Суфиян улы.

Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өсөн Илшат Сәмиев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены  менән наградланды.
Барлыҡ район халҡы исеменән Илшат Фәнғәт улының әсәһенең, ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ!
Тыныс йоҡла, Илшат, беҙҙең йөрәктәрҙә Һин мәңге йәшәрһең...

 

 

Илшат Фәнғәт улы тураһында тулыраҡ:

      Самиев  Ильшат Фангатович родился 5  октября 1976 года в городе Бекабад Республики Узбекистан.  В  1988 году семья Самиевых переехала  в поселок Ташкиново Краснокамского района Республики Башкортостан.  В поселке Самиевы прожили до 1994 года. Ильшат окончил среднюю школу в поселке Ташкиново.

       В 1994 году  Самиевы  переехали жить в с. Аскино Аскинского района.

В 1994 году  Ильшат поступил  учиться в Дуванский  совхоз-техникум.

     За время учёбы в школе и  техникуме показал себя  прилежным, старательным учеником, студентом. Учился только на «хорошо» и «отлично». Активно  участвовал в общественной жизни школы, техникума. Занимался спортом. Пользовался заслуженным авторитетом среди своих товарищей. Всегда  был для родителей, родных и близких поддержкой и опорой.

        После окончания Дуванского совхоз-техникума  Ильшат Фангатович в 1997  году военным комиссариатом Аскинского района был призван на срочную службу. Службу проходил в г. Волгоград.

      После прохождения срочной службы  Ильшат  с 1999 по 2005 годы  работал в Аскинской ветеринарной станции ветеринарным врачом, поступил заочно в Башкирский  государственный аграрный университет на факультет ветеринарии.

      После окончания университета   с 2006 по 2011 год проходил службу по контракту в войсковой части в п. Алкино  Республики Башкортостан. Участник боевых действий в Чеченской Республике.

        С 2012 по 2017 годы  служил по контракту в Республике  Таджикистан в г. Душанбе, с 2018 по 2020 годы  служил по контракту в г. Тоцкий, в 2020 году вышел в отставку в звании сержанта.

         8 февраля 2023 года Самиев Ильшат Фангатович добровольцем  призвался на службу  в зону специальной военной операции.

Ильшат Фангатович был жизнерадостным и светлым человеком.

Был женат. Супруга  Самиева Мадина, у Ильшата Фангатовича остались трое детей:

  • сын Самиев Ильяс Ильшатович 12.2004 г.р., в настоящее время  студент  II курса Уфимского топливно-энергетического колледжа;
  • сын Самиев Азамат Ильшатович 09.01.2018 г.р.;
  • дочь Самиева Самира Ильшатовна 12.06.2019 г.р.

Самиев Ильшат Фангатович погиб 10 марта 2023 года при исполнении  обязанностей военной службы.

Мать-Самиева Рузалия Фидайевна 15.09.1950 г.р. проживает в

с. Аскино Аскинского района.

       Отец Самиев Фангат Самигуллович 01.04.1948 г.р.,  скончался 09.05.2020г.         

Брат Самиев Рушат Фангатович, скончался в 2020 году.

      

Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Асҡын ере яугир егет менән хушлашты
Читайте нас: