Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2023, 23:10

Тыуған еренең лайыҡлы улы

Ҡашҡа ауылының әүҙем йәмәғәтсеһе, оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветераны Наил Ғаян улы Хәйруллинға “Асҡын районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы

Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортон асыуға арналған тантанала район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Балыҡсы ырыуы  ҡор башлығы, әүҙем йәмәғәтсе Наил Ғаян улы Хәйруллинға “Асҡын районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исемде тапшырҙы. Наил Ғаян улы был бүләккә ысын мәғәнәһендә лайыҡлы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, халҡым, илем, телем, тип янып йәшәгән тынғыһыҙ ир-уҙаманы йәнтөйәге өсөн байтаҡ яҡшы эштәр башҡара. “Балыҡсы ырыуы үҙәге” стелаһын һәм мәҙәниәт йортон асыу сараларына әҙерлек эштәренең дә уртаһында ҡайнаны ул.

Наил Ғаян улын оҫта бейеүсе булараҡ та белә райондаштары. Байрам концертында ул “Балыҡсы ырыуы башҡорттары бейеүен” дә дәртле һәм рухлы итеп башҡарып, ҡунаҡтарҙы хайран итте.

Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Тыуған еренең лайыҡлы улы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: