Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2023, 19:00

Бирелә Балыҡсы ырыуы башҡорттарының көнкүреше сағыла

Ҡашҡа мәҙәниәт йортонда урынлашҡан музей йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙә булышлыҡ итер.

Бирелә Балыҡсы ырыуы башҡорттарының көнкүреше сағыла
Бирелә Балыҡсы ырыуы башҡорттарының көнкүреше сағыла

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән,  тарихи ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлаған изге урын ул. Яңыртылған Ҡашҡа мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан музей ҙа йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙә булышлыҡ итер.

Музейҙа Балыҡсы ырыуы башҡорттарының көнкүрешен, йәшәйешен сағылдырған, тарихы, данлыҡлы шәхестәре менән таныштырған изге ҡомартҡылар тупланған. Бирегә экспонаттар йыйыу эшен ағинәй Зәриә Усманова мәктәп уҡытыусылары Эльза Ибраһимова, Зилә Минғазова, Ирина Мәснәүиева һәм башҡа әүҙем йәмәғәтселәр, ағинәйҙәр ярҙамы менән ойоштора. Экспонаттар ауыл халҡынан йыйылған, мәктәп музейынан алып киленгәндәре лә бар.

Мәҙәниәт йортон асыуға арналған сарала абруйлы ҡунаҡтарҙы, байрамға ҡайтҡан яҡташтарҙы музей эше менән Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова таныштырҙы.  Музейҙа шәжәрәләргә лә ҙур урын бирелгән. Ырымбурҙан ҡайтҡан яҡташыбыҙ Радик Насибетдинов үҙенең иҫ киткес ҙур шәжәрәһе тураһында һөйләне. Унда 32 мең кеше иҫәпләнә, Радик Рифғәт улы тамырҙарын өйрәнеү эше менән 15 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ул үҙенең шәжәрәһенә барлыҡ Балыҡсы ырыуы нәҫелдәрен йыйған.  

Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы үҙенең Атналы нәҫеле шәжәрәһе һәм уның данлыҡлы шәхесе — Ғата Хәйруллин менән тыуған яҡты өйрәнеүсе, мәғариф ветераны, Балыҡсы ырыуы ҡор башы Наил Хәйруллин да таныштырҙы.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: