Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2023, 18:10

“Ҡашҡалар телен, рухын һаҡлап, тарихын иҫләп йәшәй”

Ҡашҡала үткән тантаналы сараларҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкиле, мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов та ҡатнашты һәм ауыл халҡының шатлығын бүлеште.

“Ҡашҡалар телен, рухын һаҡлап, тарихын иҫләп йәшәй”
“Ҡашҡалар телен, рухын һаҡлап, тарихын иҫләп йәшәй”

Илнур Илдар улы  республиканың мәҙәниәт министры исеменән ҡашҡаларҙы тәбрик итеп, ихлас теләктәрен еткерҙе.

  • Мин Ҡашҡала беренсе тапҡыр ярты йыл элек булып, мәҙәниәт йортонда барған ремонт эштәре менән танышҡайным. Унан ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән үткәрелгән саралар, башҡарылған эштәр тураһында ҡарап барҙым. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә милли проект сиктәрендә капиталь ремонт эшләнеп, бөгөн яңыртылған, матур, ыҡсым бинала байрам үткәрәһегеҙ! Мин Ҡашҡа халҡына телен, рухын һаҡлап, тарихын иҫләп, шәжәрәләрен өйрәнеп, шулай берҙәм, татыу йәшәгәндәренә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Мәҙәниәт йорто ишегендә бер ваҡытта ла йоҙаҡ эленмәһен, уның киләсәктә халыҡты берләштерер, ололарҙың балаларға тәрбиә бирер, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерер усаҡ булыуына ышанам. Бына бөгөн мәктәп эргәһендә ике мәрхүм яугирға асылған таҡтаташҡа сәскәләр һалдыҡ. Киләсәктә ундай таҡтаташтар асылмаһын, ә әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәр иҫән-имен әйләнеп ҡайтып, улар менән бергәләп ошо матур мәҙәниәт йортонда саралар үткәрергә яҙһын һеҙгә, — тине ул үҙенең ҡотлау сығышында.

Илнур Илдар улы урындағы мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдиновҡа, Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллинаға, саралар ойоштороусы Азат Әбүбәкеровҡа, Ҡашҡа моделле китапханаһының баш китапханасыһы Гөлфиә Сабироваға Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: