Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2023, 17:05

Ҡашҡа ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто

олоһон да, кесеһен дә бергә туплаған, берләштергән һәм матур башланғыстарға әйҙәп торған уртаҡ йортҡа әйләнһен!

Ҡашҡа ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто
Ҡашҡа ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто

Ҡашҡа ауылында яңыртылған мәҙәниәт йорто асылыуға арналған тантаналы сара сағыу, бай йөкмәткеле концерт программаһы менән тамамланды.

Ҙур, иркен, заманса йыһазландырылған тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы ине. Программа район Мәҙәниәт йорто һәүәҫкәр артистарының  театрлаштырылған тамашаһынан башланды. Артабан мәртәбәле ҡунаҡтарҙың тәбрикләү һүҙҙәре сығышы менән Ҡашҡанан булған билдәле һәм һәүәҫкәр артистарҙың, фольклор коллективтарҙың дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән үрелеп барҙы. Һәр сығыш күңелдәргә рух, дәрт өҫтәп, ҡанаттар ҡуйып, айыҡлыҡты, иман юлын һайлаған бәрәкәтле Ҡашҡа еренә дан йырланы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты Илнур Хәйруллиндың моңло итеп ҡурайҙа һәм виртуоз ҡубыҙҙа уйнауын, Винарис Абдуллиндың, Рәмзил Нурмөхәмәтовтың халыҡсан, рухлы йырҙарын, Ҡарткиҫәк, Ҡубияҙ ауылдары ағинәйҙәренең музыкаль күстәнәстәрен, Наил Хәйруллин, Диана Сәлихова башҡарыуындағы, “Ете ҡыҙ” бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.  Ҡашҡа кейәүе Илнур Хәйруллин яҙған “Балыҡсы ырыуы һылыуына” ҡурай көйө аҫтында Лениза Хәйруллина тыуған ауылына арналған матур шиғырын уҡыны.  Халҡыбыҙҙың рухи асылы булған “Урал батыр” эпосынан өҙөктө  Яңы Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы Латыпов Ильяс шул тиклем эмоциональ, тасуири, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына үтеп инерлек итеп һөйләне.

Ә  Винарис Абдуллин башҡарыуындағы Балыҡсы ырыуы башҡорттары гимнын (райондашыбыҙ Рәүфә Нурмөхәмәтова һүҙҙәренә һәм көйөнә яҙылған) залдағылар аяҡ үрә баҫып тыңланы һәм алҡышланы.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: