Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2023, 23:05

Балыҡсы ырыуына арнап стела асылды

Ҡашҡалар үҙҙәренең тарихына, тамырҙарына, мәҙәниәтенә тоғро икәндәрен иҫбат итте.

Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап стела асылды

Ҡашҡа ауылында сара мәктәп эргәһенән башланды. Бирелә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендәге делегация махсус хәрби операцияла һәләк булған Ҡашҡа яугирҙарына сәскәләр һалды. Уларҙы район Мәҙәниәт йортоноң “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле сәк-сәк, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алғандан һуң ҡунаҡтар «Айыҡ ауыл- 2022» республика конкурсы сиктәрендә Башҡортостанда беренсе булып башҡорт ырыуына бағышлап асылган һәйкәл — «Балыҡсы ырыуы үҙәге» стелаhын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.

Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, проект авторы, стеланы төҙөү инициаторы Винарис Абдуллин һәм әүҙем йәмәғәтсе, стеланы төҙөүҙә ҙур өлөш индереүсе Мәхмүт Ғәлләмовҡа бирелде.

Ҡашҡалар  сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы. Был уларҙың ҡылыҡтарында ла, йәшәү рәүешендә лә сағыла. Төҙөк йорттар, төрлө йәштәгеләрҙең биләмәлә ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, янып йәшәүе, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе, яңы йорттар һалыныуы – быларҙың барыһы ла шуны асыҡ дәлилләй.  “Балыҡсы ырыуы үҙәге” стелаһын да улар тәүгеләрҙән булып асып, үҙҙәренең тарихына, тамырҙарына, мәҙәниәтенә тоғро икәндәрен иҫбат итте.

Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап  стела асылды
Балыҡсы ырыуына арнап стела асылды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: