Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2023, 23:55

Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде

Сарала ҡатнашыусылар Ҡашҡа ауылында ысынлап та уңған, булдыҡлы, халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро, милли кәсептәрҙе быуындан-быуынға тапшырған тырыш халыҡ йәшәгәненә инанды.

Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде

Яңыртылған мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтарҙы ҡашҡалар йыр-моң һәм дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусылар Ҡашҡа ауылында ысынлап та уңған, булдыҡлы, халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро, милли кәсептәрҙе быуындан-быуынға тапшырған тырыш халыҡ йәшәгәненә инанды. Быны фойела ойошторолған бай күргәҙмәнән күрергә мөмкин ине.

Ҡашҡаның рухлы, әүҙем ағинәйҙәре милли ризыҡтарҙан бай өҫтәлдәр әҙерләгәйне. Ниндәй генә аш-һыу юҡ ине бында?! Һалмалы аш та, муйыллы, сейәле ҡорот та, телеңде йоторлоҡ ҡаҙылыҡ та, береһенән-береһе тәмле, татлы ҡамыр аштары ла, ете төрлө ҡаҡ та,  сәк-сәк, бауырһаҡ та бар ине. Фармацевт Рәмилә Имаева менән Рәзидә Сәлимгәрәева Ҡашҡа яғының шифалы дарыу үләндәре менән таныштырҙы.

Күргәҙмәлә шулай уҡ ағас эше, кейеҙ, быйма баҫыу оҫталарының һоҡланғыс эштәре лә урын алғайны. Ҡунаҡтар борондан килгән кәсептәр менән бер рәттән заманса ҡул эштәре менән дә танышты.

Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Ҡашҡаларҙың уңғанлығы күргәҙмәлә күренде
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: