Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2023, 21:45

Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!

Ҡашҡа ауылы халҡы өсөн бөгөн икеләтә байрам булды — капиталь ремонттан һуң ауыл мәҙәниәт йорто үҙенең ишектәрен асты һәм “Балыҡсы ырыуы үҙәге” стелаһы тантаналы асылды

Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!

Ҡашҡаларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вәкиле, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Илдар улы  Мөхйәнов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Газпром Трансгаз Уфа” йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Ғосман улы Шәрипов, республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Илһам Закир улы Бикбулатов,  тарихсы-журналист, телепроекттар авторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы,  тарих фәндәре кандидаты Салауат Ишмөхәмәт улы  Хәмиҙуллин, философия фәндәре кандидаты, Граждандар инициативаларын  өйрәнеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Рифғәт улы Аҫылғужин, шулай уҡ Пермь крайынан, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Балтас районынан килгән байтаҡ яҡташтар уртаҡлашты.

Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт эштәре "Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Ремонт барышында мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы, электр үткәргестәре, тәҙрәләре алмаштырыла, стеналар штукатурлана, түшәм, ингән ере, тышҡы яғы ремонтлана. Ремонт эштәрен “МД-АртГрупп” подрядсы ойошмаһы башҡара.

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы башҡарылған эштәр тураһында һөйләп, ҡашҡаларҙы яңыртылған мәҙәниәт усағы асылыу менән ихлас тәбрикләне һәм мәҙәни усаҡтың һәр ваҡыт гөрләп тороуын, бирелә шатлыҡлы вағиғалар, сағыу байрамдар ғына үтеүен теләне.

Динис Рәдис улы “Атайсал — кесе Ватаным” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, бөгөнгө сараны үткәреүҙә, төбәк-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән яҡташтарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Тантанала шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа сығыш яһап, Ҡашҡа ауылы халҡын ихлас тәбрикләне һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Ҡашҡа бөгөн гөрләп торҙо!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: