Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2023, 23:40

Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы

Фән һәм мәғрифәт йылын асыуға арналған конференцияның өс секцияһында ла эш йәнле барҙы.

Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы

Уҡыусылар районыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә, туған телгә арналған тикшеренеү эштәре менән жюри ағзаларын таныштырҙы.

Конференцияға тикшеренеү эше ебәргән һәр кемгә сертификат тапшырылды. Ә еңеүселәр һәм призерҙар төрлө дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләнде. Уларҙы уҡыусыларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева тапшырып, йәш тикшеренеүселәргә уҡыуҙарында һәм фән юлында уңыштар, тырышлыҡтар теләне, ә уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Йәш тикшеренеүселәр һоҡландырҙы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: