Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2023, 22:25

Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды

Башҡорт теле секцияһында ҡатнашыусылар фәнни-ғәмәли конференцияның бер нисә йүнәлеше буйынса ебәрелгән һигеҙ тикшеренеү эше менән танышты.

Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды

 Телһөйәр, илһөйәр уҡыусылар уҡытыусылары етәкселегендә, ата-әсәләре ярҙамында ҙур эш башҡарған. Уларҙың һәр береһе башҡорт телендә матур итеп сығыш яһап, слайд, видео ярҙамында үҙенең эше тураһында һөйләне.

Уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре районыбыҙҙың билдәле шәхестәренә, тәбиғәт ҡомартҡыһына тиң булырҙай билдәле урындарына, ғаилә традицияларына, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеүгә арналғайны. Бигерәк тә Солтанбәк мәктәбе уҡыусыһы Динислам Суфияновтың эше бай йөкмәткеле, үҙенсәлекле  булыуы менән айырылып торҙо. Ул ауылдан йыраҡ түгел урынлашҡан Ташсоҡор мәмерйәһе менән таныштырып, киләсәктә белгестәрҙе йәлеп итеп, уны яҡшылап өйрәнергә кәрәклеген билдәләне.

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы Ғәлиә Әхмәтғәлиеваның (етәксеһе Альмира Әхмәтова) сығышы менән Мотабаш ауылынан булған бабайы,  яҙыусы, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Радик Фәми улы Нуретдинов тураһындағы эше лә маҡтауға лайыҡ. Ҡашҡа мәктәбе уҡыусыһы Салауат Хиләжетдинов (етәксеһе Ирина Мәснәүиева) Билгеш ауылы шишмәләре тарихы менән таныштырһа, ошо уҡ мәктәп уҡыусылары — Элина Фазлетдинова тыуған ауылы Сөйөш һәм Элина Сәмиғуллина (етәкселәре Данис Фазлетдинов, Наил Хәйруллин) Балыҡсы ырыуының тарихи шәхесе — Ғата Хәйруллин тураһында һөйләне.  

Асҡын 1-се мәктәбе уҡыусыһы Нурзидә Таһирова (етәкселәре Л. Әхмәтғәлиева, Л. Ғәйнелйәнова) көнкүрештә ҡулланылған ябай ғына һауыт-һаба — сынаяҡ тураһында ҙур тикшеренеү эше башҡарған. Ошо уҡ мәктәптән Радим Хажимарҙанов үҙенең тикшеренеү эшендә билдәле яҡташыбыҙ Әлфис Ғаязовтың хеҙмәт һәм тормош юлын төрлө яҡлап яҡтыртһа,  Искәндәр Зверев (етәксеһе Сулпан Ғилметдинова) ҡайын еләген төрлө яҡлап өйрәнеп, үҙенең ғаилә традициялары менән таныштырҙы.

Жюри ағзалары  тикшеренеү эштәрен тыңлап, уларҙың конференция талаптарына тура килгәнлеген баһалағандан һуң һәләтле, маҡсатсан, тыуған ере, ауылы мәҙәниәтенә һәм тарихына битараф булмаған уҡыусыларҙы төрлө дәрәжәләге дипломдар менән бүләкләне.

Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Һәр береһенең эше йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле булды
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: