Сарала ҡатнашыусы уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, балаларын дәртләндерергә килгән ата-әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов сәләмләне һәм фән юлына ышаныслы аҙымдар менән атлаған тырыш, маҡсатсан малай һәм ҡыҙҙарға, уларҙы тикшеренеү эштәренә ылыҡтырған етәкселәренә төрлө дәрәжәләге Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Һәләтле уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы асыҡлау, үҫтереү һәм дәртләндереү, уларҙы фәнни-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу маҡсатында үткәрелгән төбәк-ара конференцияға 50-гә яҡын эш ебәрелеп, уларҙың иң яҡшылары һайлап алынғайны. Сараның икенсе өлөшөндә ҡатнашыусылар өс секцияға (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә) бүленеп, һәләтле уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре менән танышты.