Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2023, 20:30

Булдырҙығыҙ, егеттәр!

Балтас районының Иштирәк мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап “Йәгеҙ әле, егеттәр!” уйыны ойошторолдо.

Булдырҙығыҙ, егеттәр!
Булдырҙығыҙ, егеттәр!

Ярышта армияла уңышлы, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтҡан көслө заттар һәм киләсәктә Ватан алдында бурыстарын үтәйәсәк егеттәр командалары менән бер рәттән оло быуын кешеләре лә көстәрен һынап ҡарарға теләк белдерҙе.

Өс команда араһында ярыш ҡыҙыу барҙы. Улар төрлө конкурстарҙа зирәклектә, етеҙлектә көс һынашты. “Строй әҙерлеге”, “Минутҡа кейенеү”, “Армия күнекмәләре”, “Беренсе ярҙам”, “Бәрәңгенең мундирын һалдырыу”, “Противогаз кейеп йүгереү” кеүек ярыштарҙа командаларҙың береһе лә һынатманы.

Ололар командаһынан 87 йәшлек Рәүфәт Ғарифуллин башҡаларҙан ҡалышманы, бар бәйгелә әүҙем ҡатнашып, үҙенең йәштәргә биргеһеҙлеген күрһәтте. Жюри ағзалары конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырып, командаларҙың булдыҡлылығын баһаланы. Күркәм сара үткәргән Рәмзиә Шәйхетдиноваға ауылдаштары рәхмәттәрен еткерҙе.

Фирғәт Нәбиуллин.

Булдырҙығыҙ, егеттәр!
Булдырҙығыҙ, егеттәр!
Булдырҙығыҙ, егеттәр!
Булдырҙығыҙ, егеттәр!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: