Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2023, 17:20

Асҡын йөҙөүселәре — Барҙыла

Гүзәл Махатованы һәм уның тренеры Рәмил Ринат улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да спортта ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Асҡын йөҙөүселәре — Барҙыла
Асҡын йөҙөүселәре — Барҙыла

Бөгөн Пермь крайы Барҙы ауылының “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 2010-2011 йылғы спортсылар араһында йөҙөү буйынса округ-ара асыҡ беренселек үтте. Асҡын районынан ярышта тренер Рәмил Ринат улы Насретдинов етәкселегендә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре — Гүзәл Махатова, Иллария Нурмөхәмәтова һәм Арыслан Исхаҡов ҡатнашты.

Ярышта Пермь, Чернушка, Яңауыл ҡалаларынан, Асҡын һәм Барҙы ауылдарынан йәш спортсылар ҡатнашты. Гүзәл Махатова үҙенең йәш категорияһында 100 метрға ирекле стилдә йөҙөүҙә 3-сө урынға лайыҡ булды.

Гүзәлде һәм уның тренеры Рәмил Ринат улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да спортта ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Асҡын йөҙөүселәре — Барҙыла
Асҡын йөҙөүселәре — Барҙыла
Асҡын йөҙөүселәре — Барҙыла
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: