Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2023, 21:40

Борайҙан еңеү менән ҡайттылар

Балтас районы йәш футболсылары Борайҙа үткән мини-футбол буйынса асыҡ республика турнирында уңышлы сығыш яһаны. Турнир яугир-интернационалист А. Мәхмүтовҡа бағышланды.  

Борайҙан еңеү менән ҡайттылар
Борайҙан еңеү менән ҡайттылар

Район данын тренер Арсен Латыпов етәкселегендәге “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре командалары яҡланы.

Ярыш һөҙөмтәһе буйынса 2010 йылда тыуған үҫмерҙәр командаһы — 3-сө, 2011 йылғылар командаһы 2-се урын яуланы.

Ленар Хижәпов — “Турнирҙың иң яҡшы ҡапҡасыһы”, ә Әнүәр Мөхәмәҙиев “Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы” исеменә лайыҡ булды.

Еңеүселәргә кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм татлы приздар тапшырылды.

Фирғәт Нәбиуллин.

Борайҙан еңеү менән ҡайттылар
Борайҙан еңеү менән ҡайттылар
Борайҙан еңеү менән ҡайттылар
Борайҙан еңеү менән ҡайттылар
Борайҙан еңеү менән ҡайттылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: