Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2023, 13:40

Милли кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың эске булмышы сағыла

Район Мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған семинар сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Ғәйнә ырыуҙары ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре презентацияланды. Араларында 150-250 йыл элек тегелеп, хәҙер һандыҡтарҙа ҡәҙерләп һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡомартҡылар ҙа бар ине.  

Урмияҙ ауылы ағинәйе Зөһрә Ғәйнуллина ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп, китапханасы Маргарита Әүхәҙиеваның 1870 йылда тыуған ҡарт өләсәһенең боронғо булһа ла яҡшы һаҡланған күлдәк-алъяпҡысы, элек өләсәйҙәр кейгән бишмәт һәм үҙҙәренең сәхнә костюмдары менән таныштырҙы. Зөһрә апай өләсәйҙәренең биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен һалып йөрөткән үҙенсәлекле “косметичка” тураһында ла һөйләп үтте.

Милли кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың эске булмышы сағыла
Милли кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың эске булмышы сағыла
Милли кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың эске булмышы сағыла
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: