Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2023, 14:15

“Милли кейемдәрҙе ҡыҙҙарыма-ейәндәремә тапшырам”

Ҡашҡа ауыл биләмәһе район башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә үткәргән төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған семинарҙа Үршиҙе ауылынан әүҙем, рухлы ағинәй Фәнизә Рахман ҡыҙы Сәлимгәрәева ла үҙҙәренең быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡомартҡылары менән таныштырҙы.  

“Милли кейемдәрҙе ҡыҙҙарыма-ейәндәремә тапшырам”
“Милли кейемдәрҙе ҡыҙҙарыма-ейәндәремә тапшырам”

Фәнизә Рахман ҡыҙы тормош иптәшенең өләсәһенең 70 йыллыҡ күлдәге, шулай уҡ бик боронғо алъяпҡыс тарихы тураһында һөйләне.

  • Был күлдәкте тормош иптәшем Марселгә өләсәһе тапшырған булған. Беҙ өйләнешкәс ул миңә өләсәйҙең төҫө итеп һаҡларға ҡушып бирҙе. Мин уны ҡыҙым Диләрәгә тапшырам, ул үҙ сиратында үҙенең ҡыҙына ҡәҙерле ҡомартҡы итеп бирәсәк. 14 ейән-ейәнсәремдең һигеҙе ҡыҙ бала, уларға тарихыбыҙҙы һөйләп, милли кейемдәребеҙ менән таныштырып ҡуярға тырышам, — тип һөйләне ул.

Фәнизә апай шулай уҡ үҙҙәренең “Гөлнәзирә” фольклор коллективының сәхнә кейемдәре менән дә таныштырҙы.

“Милли кейемдәрҙе ҡыҙҙарыма-ейәндәремә тапшырам”
“Милли кейемдәрҙе ҡыҙҙарыма-ейәндәремә тапшырам”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: