

Солтанбәк ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Ләйсән Суфиянова ҡунаҡтарҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы үткән быуат башында һәм уртаһында тегелгән Балыҡсы ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре менән таныштырҙы. “Был күлдәк-алъяпҡыстар, камзулдар һәм башҡа кейемдәр килендәр һәм ҡыҙҙарының һандығында күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлана”, — тине ул.
Бай күргәҙмә әҙерләп алып килеүсе Ләйсән Суфиянова, Фәйрүзә Фаһаманова, Мәүзәлиә Хәсәнова һәм Фәнзиә Суфиянованың да өҫтөндә ошондай бер боронғо күлдәк һәм алъяпҡыстың күсермәһе ине.
Күргәҙмәне ентекле ҡарағандан һуң “Тамға” студияһы етәксеһе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейемен яңыртыу һәм өйрәнеү буйынса этнограф, этнодизайнер Зөлфиә Краснова боронғо милли кейемдәрҙе һаҡларға, солтанбәктәргә генә хас элементтарҙы көндәлек тормошта кейгән кейемдәрҙә лә, балалар, үҫмерҙәр кейемдәрендә лә ҡулланырға кәрәк тигән фәһемле кәңәштәрен әйтте. “Киске Өфө” гәзите мөхәррире, “Ағинәйҙәр ҡоро” республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева Солтанбәк ағинәйҙәре кейгән алъяпҡысты һәм Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәренең күлдәген Асҡын районы башҡорттарының төп милли кейем өлгөһө итеп алырға тәҡдим итте.