

Ҡариҙел 2-се урта мәктәбен тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Филология факультетының башҡорт һәм рус теле бүлегендә 3-сө курсты уңышлы тамамлағас, Юлиә остаздары менән һөйләшеп, эш менән уҡыуҙы бер юлы алып барырға теләген белдерә. Уҡытыусыларынан рөхсәт алыу менән тыуған районының Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбенә эшкә килә. Мәктәп директоры Әлфрит Хәсән улы Вәғизов йәш студентҡа ышанып, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен тапшыра, тағы ла класс менән етәкселек итеү, директорҙың тәрбиә буйынса советнигы вазифаларын да йөкләтә. Шулай итеп, Юлиә Илшат ҡыҙы оло тулҡынланыу менән Белем көнөндә уҡытыусы булараҡ тәү тапҡыр мәктәп ишеген асты. Йәш педагог ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә коллективта үҙ урынын таба алды. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә үҙен.
— Уҙып барған йыл минең өсөн бик ҡыуаныслы булды. Уҡытыусы булыу теләгем бик көслө ине, шуға ла мин бик шатмын. Уҡыуымды дауам итеүҙә был минең өсөн ҙур практика булып тора. Мәктәп бик матур, өр-яңы, матди-техник базаһы бай. Кабинетта, мәҫәлән, интерактив таҡта, Интернет селтәренә тоташтырылған ноутбук, принтер бар, улар барыһы ла ең һыҙғанып эшләргә мөмкинселек бирә. Бергә эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар ҙа һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Юлиә Илшат ҡыҙы.
Бына шулай, Юлиә Мөхөтдинова иртән уҡытыусы булып эшләп ҡайтһа, кистәрен студентҡа әүерелә. Факультетындағы уҡытыусылары Юлиәнең тырышлығын белә. Шуға ла быйыл уны Бүрәт Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған педагогик колледждар, институттар һәм университеттар студенттарының “Буласаҡ туған тел уҡытыусыһы” IV Халыҡ-ара конкурсында ҡатнашырға әйҙәне. Был мәртәбәле конкурста Рәсәйҙең 64 төбәгенән һәм Монголия, Ҡытай илдәренән студенттар ҡатнашты. Юлиә Илшат ҡыҙы бәйгенең өс этабын да уңышлы уҙып, “Туған телдә иң яҡшы интеграциялы дәрес” номинацияһында II дәрәжә дипломға лайыҡ була.
— 2023 йыл минең өсөн тағы ла һөҙөмтәле булыр, тип ышанам. Сөнки ул Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Уҡытыусымын да, студент булараҡ, минең лайыҡлы остаздарым да бар, уларҙың ышаныстарын аҡларға тырышырмын, — ти Юлиә Мөхөтдинова.
Гөлнара Солтанова.