Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2022, 14:00

Изге эштәр дауам итә

Район халҡы берҙәм булып, мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн кәрәк-яраҡтар йыйыуҙы дауам итә. Гуманитар ярҙам йыйыу күп ауылдарҙа мәсет биналарында ойошторола. #ҮҙебеҙҙекеләрҙеТашламайбыҙ

Изге эштәр дауам итә
Изге эштәр дауам итә

Барса халыҡ ир-егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуҙарын, донъялар тыныс булыуын теләп, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Йәнтимер ауылында йәшәүсе Петр Абдулов Туҙлуба ауылынан мобилизацияланған егеттең әсәһенә хәйриә ярҙамы күрһәтте. Ул ҡоро, ярылған ҡайын утыны алып килде. Ә Әлгиз Ғәйниәхмәт улы үҙ машинаһында транспорт хеҙмәте күрһәткән.
Шулай уҡ күптән түгел Яңы Балтас ауылында крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Илһам Мәрҙәнов шәхси хужалыҡҡа ярҙам йөҙөнән мобилизацияланыусының атаһына биш центнер ашлыҡ илтте.
— Изге эштәрҙән ситтә ҡалмайбыҙ. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Оло быуын кешеләре кистәрен мәҙәниәт йортона йыйылып, берҙәм булып, изге теләктәр теләп, ойоҡбаштар бәйләй. Тыуған яҡтарынан барған йылы кейемдәр һалдаттарыбыҙҙың тәнен һәм күңелен йылытыр. Иң мөһиме, улар иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын! Туғандары өсөн ҡайғырмаһын, беҙ уларға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, — ти Илһам Мәрҙәнов.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Изге эштәр дауам итә
Изге эштәр дауам итә
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: