Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2022, 10:07

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү мөһим

Балтас районы Штәнде ауылы балалар баҡсаһында юл йөрөү ҡағиҙәләренең берҙәм көнө үтте

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү мөһим
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү мөһим

Сара сиктәрендә балалар менән төркөмдәрҙә юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса дәрестәр үткәрелде. Шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар менән танып белеү циклы, әңгәмәләр, транспорт хәрәкәтен күҙәтеү ойошторолдо. Балалар уйын формаһында хәүефһеҙлек белемдәрен нығытты: йомаҡтар ҡойҙо, һүрәттәр ҡараны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе.

Көн кескәйҙәр өсөн бик фәһемле үтте һәм бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Фирғәт Нәбиуллин.

Юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү мөһим
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен белеү мөһим
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: