Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2022, 09:00

Ғүмер буйы руль артында

Борай ауылында йәшәүсе Венер Ғайнанов, күпселек ауыл малайҙары кеүек, бәләкәйҙән руль артына ултырырға хыяллана. Бөгөн 40 йылға яҡын хеҙмәт стажы булған тәжрибәле водитель был һөнәрҙе һайлауына бер ҙә үкенмәй.

Ғүмер буйы руль артында
Ғүмер буйы руль артында

Венер Рәшит улының хеҙмәт кенәгәһендә бер нисә генә яҙыу һәм барлыҡ ойошмаларҙа ла ул водитель булып эшләгән. Вазифаһы, тәү ҡарашҡа, ябай ғына булһа ла, унһыҙ һәм тоғро дуҫы – автомобиленән башҡа ул хеҙмәт һалған ойошмаларҙың эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтереп булмай. Райондашыбыҙ бер ҡайҙа ла һынатмай, яуаплы, эшенә намыҫлы ҡарашы менән айырылып тора.
Тыумышы менән Свердловск өлкәһе Первоуральск ҡалаһынан ул. Бәләкәй саҡта Ваныш-Алпауыт ауылына күсенеп ҡайталар. Тәүҙә — урындағы, артабан Борай 1-се урта мәктәбендә белем ала. Артабан Бөрө ҡалаһындағы ДОСААФ-та дүрт ай эсендә водитель һөнәрен үҙләштереп, хәрби хеҙмәткә алына. Унда ла руль артында йөрөй.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән “Киров” колхозында водитель булып эш башлай. 1976 йылда Венер Рәшит улын яҙмыш елдәре Узбәкстан яҡтарына алып китә. Унда ла тырышып эшләй. 1980 йылда Нефтекама ҡалаһына ҡайта һәм урындағы автозаводта хеҙмәт юлын дауам итә. 1995 йылда кире үҙенең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. К.Маркс исемендәге колхозда рәйесте йөрөтә. 2000 йылдан алып бөгөнгәсә район мәғариф бүлегендә водитель булып намыҫлы эшләй.
— Бик яуаплы, ярҙамсыл, изге күңелле кеше. Ул руль артында булғанда, тыныс күңел менән йөрөп ҡайтаһың, — ти Венер Рәшит улы хаҡында хеҙмәттәштәре.
Ғаиләһе менән дә бәхетле ул. Зимфира Рәүф ҡыҙы менән матур тормош ҡороп, ике бала – ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн Зимфира һәм Венер Ғайнановтар бәхетле олатай һәм өләсәй булған.

Гөлназ Ханова.

Ғүмер буйы руль артында
Ғүмер буйы руль артында
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: